close
Эстәлеккә күсергә

Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 64 167 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары

BERJAYA

BERJAYA

Көн рәсеме

BERJAYA
BERJAYA

Еңеү көнө — 19411945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армияның һәм совет халҡының нацистик Германияны еңеү байрамы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 майындағы Указына ярашлы, һәр йыл 9 майҙа билдәләнә.

1945 йылдың апрелендә Ҡыҙыл Армия Берлинға яҡынлаша. Операция алдынан совет ғәскәрҙәрендә бөтәһе 1 900 000 һуғышсынан торған 149 уҡсы, 12 кавалерия дивизияһы, 13 танк һәм 7 механизацияланған корпус, 15 айырым танк һәм үҙйөрөшлө бригада иҫәпләнә. Операцияла Польша Ғәскәренең 1-се һәм 2-се армияларының 10 пехота, 1 танк дивизияһы, шулай уҡ 1 айырым кавалерия дивизияһы ҡатнашып, уларҙа йәмғеһе 155 900 кеше була. Берлинға һөжүмдә бөтәһе 2 миллиондан ашыу һалдат һәм офицер, 6 250 танк һәм үҙйөрөшлө орудие, 41 600 орудие һәм миномет, 7 500 самолет ҡатнаша.

Немец ғәскәрҙәре Одер һәм Нейсе йылғаларының көнбайыш ярҙарында оборона тота. Берлин эргәһендә һәм ҡаланың үҙендә составында 62 дивизия (шул иҫәптән 48 пехота, 4 танк һәм 10 моторлаштырылған), 37 айырым пехота полкы, 100-гә яҡын айырым пехота батальоны, бихисап артиллерия частары һәм подразделениелары иҫәпләнгән ғәскәр төркөмө туплана. Унда миллион тирәһе кеше, 1 500 танк, 10 400 орудие һәм миномет, 3 300 хәрби самолет була. Берлин ҡеүәтле нығытмаға әйләндерелә һәм урам һуғыштарын алып барыуға әҙерләнә. Ҡала тирәләй өс оборона ҡулсаһы булдырыла, ҡала эсендә һәр береһендә меңләп һалдаты булған гарнизонлы 400-ҙән ашыу тимер-бетон ут нөктәһе ҡорола. Берлин гарнизонының үҙендә яҡынса 200 мең кеше иҫәпләнә.

Берлин операцияһы барышында Ҡыҙыл Армия 78 291 һуғышсыһын юғалта, санитар юғалтыуҙар 274 184 кеше тәшкил итә. Йәғни тәүлегенә 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицер һәләк була. Польша ғәскәрҙәре 8 892 мең кешеһен юғалта, уларҙың 2825-е һәләк була.

↪ дауамы…

BERJAYA

BERJAYA

Шуларҙы беләһегеҙме?

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 14 май ♦ Кисәге: 13 май ♦ Иртәгә: 15 майБарлыҡ көндәр

BERJAYA Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

BERJAYA Халыҡ-ара
  • Ер Ер: Әсәйҙәр көнө (майҙың 2-се йәкшәмбеһе)
    • Ғәҙел сауҙа көнө.
    • Вазелиндың тыуған көнө.
BERJAYA Милли
BERJAYA Һөнәри

14 май юбилярҙары

BERJAYA

Чуд-Псков күле (Псков-Чуд күле, эст. Peipsi-Pihkva järv, шулай уҡ Гдов күле, Псков диңгеҙе, Пейпси (эст. Peipsi)Пейпус, Пейпус-күл(нем. Peipussee))  — Эстония һәм Рәсәй Федерацияһының Псков һәм Ленинград өлкәһе араһындағы сиктә урынлашҡан эре күл комплексы. Атлантик океандың Балтик диңгеҙе бассейнына ҡарай.

Күл комплексы өс өлөштән тора:

  • төньяҡ — Чуд күле (рус. Чудское озеро, эст. Peipsi järv) — майҙаны 2611 км² (73 %);
  • көньяҡ — Псков күле (рус. Псковское озеро, эст. Pihkva järv) — майҙаны 708 км² (20 %);
  • урта — Йылы күл (рус. Тёплое озеро, эст. Lämmijärv) — майҙаны 236 км² (7 %).

Чуд-Псков күленең майҙаны — 3555 км², күләме 25 км³ тәшкил итә. Уртаса тәрәнлеге — 7,1 м, иң ҙур тәрәнлеге — 15 м. Күлгә яҡынса 30 йылға ҡоя, ә унан тик бер генә йылға — Нарва (Нарова) сыға.

Күлдең Эстония яр буйҙарында — Калласте һәм Муствеэ ҡалалары; Рәсәй территорияһында Чуд күленең көнсығыш ярынан 2 км алыҫлыҡта — Гдов ҡалаһы, Псков күленән 10 км алыҫлыҡта Великая йылғаһы буйында — Псков ҡалаһы урынлашҡан. Чуд-Псков күленең Рәсәй яр буйҙарының күп өлөшө һәм күлдәге бер нисә утрауҙар рәсми рәүештә сик буйы зонаһына индерелгән, шунлыҡтан был зонаға барыу сикләнгән. Псков күленең бер өлөшөндә ЛипноЛитовж тораҡ пункттары араһындағы шартлы һыҙығынан көньяҡ-көнсығыштараҡ сик уйы режимы билдәләнмәгән. Эстония яғында сик буйы зонаһы юҡ, шунлыҡтан күл буйына бөтә урынданда бер ниндәй ҡамасауһыҙ барырға мөмкинлек бар.


↪ дауамы…